Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандиаты, 1971-1985 йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарған Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин баҡыйлыҡҡа күсте. Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһында үтте. 28 августта Сабир Йыһаншин 94 йәшен билдәләгәйне. Ул Учалы районы Мансур ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ул мәғариф ветераны һәм СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ, III дәрәжәле Дан ордендары кавалеры. Ул министр булған осорҙа республиканың мәғариф системаһы илдә 46-ынсынан 4-се урынға, ә Урал буйы төбәктәре араһында беренселеккә күтәрелде. Сабир Шәйәхмәт улы Башҡортостандың Почет китабына индерелгән.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Сабир Йыһаншин баҡыйлыҡҡа күсте
Тулыраҡ: Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Сабир Йыһаншин баҡыйлыҡҡа күсте