Тиҙ ярҙам машиналары яңыртыласаҡ

Тулыраҡ: Тиҙ ярҙам машиналары яңыртыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ашығыс медицина ярҙамы автопаркын яңыртыу өсөн төбәк бюджетынан 482 миллион һум аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәлдә махсус транспорт яҡынса 70 процентҡа таушалған. Тиҙҙән район һәм ҡалаларға “УАЗ” һәм “ГАЗ” нигеҙендә эшләнгән яңы тиҙ ярҙам машиналары һатып алынасаҡ.