Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителде

Тулыраҡ: Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителде

Мәғлүм булыуынса, Ирек Ялалов Федерация Советына һайланыуы сәбәпле был вазифаны бушатты. Өфө мэры мотлаҡ Рәсәй гражданины булырға, Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларын, ил президенты һәм хөкүмәте ҡарарҙарын белергә тейеш. Хакимиәт башлығына дәғүәсенең 25 йәштән йәш, 65-тән оло булмауы шарт. Талап ителгән документтар исемлеге Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында баҫылған. Документтарҙы комиссияға шәхсән тапшырыу зарур. Комиссия бөгөндән киләһе дүшәмбегә тиклем иртәнге сәғәт ундан беренсе яртыға һәм өсөнсө яртынан бишкә тиклем эшләй. Ял көндәрендә документтар ҡабул ителмәй. Дәғүәселәр исемлеге 22 октябрҙән һуң билдәле була. Конкурс ошо айҙың 29-на тәғәйенләнгән. Бөгөн беренсе дәғүәсе конкурс шарттары менән ҡыҙыҡһынды.