Балтик флоты Кумертауҙа етештерелгән яңы вертолеттар менән тулыланды

Тулыраҡ: Балтик флоты Кумертауҙа етештерелгән яңы вертолеттар менән тулыланды

Флотка һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы биш яңы Ка-27М вертолеты тапшырылды. Хәҙер Калининдград өлкәһенең флот аэродромы хеҙмәткәрҙәре вертолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса махсус эштәр башҡара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вертолеттарҙы яңыса ҡороу эшен «Рәсәй вертолеттары» холдингына ингән Күмертау авиация етештереү предприятиеһы белгестәре уҙғарған. Беренсе вертолет хәрби хеҙмәт флотына йыл башында оҙатылғайны. 2020 йылға тиклем барлығы 50 техника яңыртыу ҡарала.