Йылайыр районы үҙәгендә яңы янғын һүндереү депоһы асылды

Тулыраҡ: Йылайыр районы үҙәгендә яңы янғын һүндереү депоһы асылды

Ул Республиканың янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы сиктәрендә төҙөлә. Йылайыр был программаға иң беренселәрҙән индерелә. Сөнки райондағы элекке янғын һүндереү бинаһы үткән быуаттың 20-се йылдарында төҙөлгән. Башҡортостан хөкүмәте йыл аҙағына тиклем Баймаҡ һәм Белорет райондарында тағы ла ике депоны файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.