Цифраны тоҡандыр акцияһына йомғаҡ яһалды

Тулыраҡ: Цифраны тоҡандыр акцияһына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы РТРС менән берлектә Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында “Цифраны тоҡандыр” акцияһына йомғаҡ яһаны. Үрге Тәтешле ауылында урынлашҡан “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы хәҙер цифралы телевизорлы булды. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы РТРС компанияһы менән берлектә ойошторған “Цифраны тоҡандыр” акцияһына тап Тәтешле районында йомғаҡ яһаны. Акция ойоштороусылары мультиплекс ҡоролмаларының эшләү тәртибен күрһәтеп, үҙенсәлектәре һәм мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Хәҙер иһә балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр юғары сифатта йәнһүрәт ҡарай аласаҡ. Әлбиттә, балалар ҙа үҙ рәхмәтен йәшермәне. Килгән ҡунаҡтар өсөн улар концерт номерҙары аша үҙ һәләттәрен күрһәтте. “Цифраны тоҡандыр” акцияһы ойоштороусылары Үрге Тәтешле ауылындағы район мәҙәниәт йортонда урындағы халыҡ өсөн ҙур сара ойошторҙо. Байрам концерт программалары, викториналар һәм төрлө конкурстар менән үрелеп барҙы. Алып барыусыларҙың һорауҙарына дөрөҫ яуап ҡайтарыусылар төрлө бүләктәр отто. Бынан тыш, күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ҙә приставкалар менән бүләкләнде. Әйткәндәй, Тәтешле районында ғына Башҡортостан буйлап цифралы сигнал менән тәьмин итеүсе 7 телевизион вышка ултыртылған. Башҡортостан халҡына төрлө тапшырыуҙарҙы сағыу һүрәтле һәм сифатлы тауышта еткереү — акцияның төп маҡсаттарының береһе. Илдең һәр төбәгендә йәшәүселәр түләүһеҙ цифралы телевидение менән тәьмин ителһен өсөн ҙур эш башҡарылған. Беҙҙең республикала ғына 200-ҙән ашыу телевышка төҙөлөп, ҡулланыуға тапшырылды.Район буйлап “Цифраны тоҡандыр” акцияһы ойоштороусылары үҙҙәрен юҡҡа ғына цифралы десант тип тә йөрөтмәй. Сөнки тап ошо ҙур шарҙа төшөп, урындағы һәм күрше халыҡ өсөн улар цифралы телевидение тоҡандырҙы. Хәҙер республика халҡының 99 проценты беҙҙең теле һәм радио тапшырыуҙарын юғары сифатта ҡарай ала.