Ҡулын юғалтһа ла, ул үҙ-үҙенә ышанысын юғалтмай

Тулыраҡ: Ҡулын юғалтһа ла, ул үҙ-үҙенә ышанысын юғалтмай

Өфө егете Максим Майоров ҡаяға үрмәләү буйынса донъя чемпионатында яңы ғына еңеү яулап ҡайтты. Өҫтәүенә, спортсы мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән шөғөлләнә. Был кешеләргә ҡарап, мөмкинлектәре сикләнгән, тип әйтеүе лә ҡыйын, киреһенсә, ҡыйыулыҡтарына иҫ китеп, сикһеҙ мөмкинлектәрен күрәһең. Инвалид балаларҙы ҡаяға менеү спортына өйрәтеүсе, сәмләндереүсе тренер Максим Майоровтың да бер ҡулы зәғиф. 15 йәшендә ул токка һуғылып, һул ҡулын юғалта. Бәләкәйҙән дзюдо менән шөғөлләнгән малай, аяныслы ваҡиғанан һуң да, спортты ташламай. Үҙенең мөмкинлектәренә тура килгән спорт төрөн табып ала. Яңыраҡ ҡына Максим Майоров Австрияла үткән ҡаяға үрләү буйынса донъя чемпионатында ҡатнашып, призлы урын яулай. Бөтә донъя буйынса 150 кеше араһынан өсөнсө урынды яулау йәш егет өсөн тәүге ҙур еңеүҙәрҙең береһе. Әммә Максим был һөҙөмтәләрҙә генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Сөнки ҡулын юғалтһа ла, ул үҙенә ышанысын юғалтмай. Маҡсаттарына ирешеүсән егет үҙенең тәрбиәләнеүселәренең дә мөмкинлектәрен арттырырға ярҙам итә. Ҡаяға менеү спорты физик яҡтан сыныҡтыра, терәк-хәрәкәт мускулдары нығыта, логик яҡтан фекерләү ҡеүәһен дә үҫтерә. Ҡаяға менеүҙе баланың иҙәндә шыуышып йөрөүе менән дә сағыштырырға мөмкин. Тик вертикаль рәүештә. Спорттың был экстремаль төрө иң хәүефһеҙлеләрҙән һанала. Сөнки страховка йылығылып төшөүҙән һаҡлай. Бында шөғөлләнеүселәрҙең бер-береһен страховкалау, тирә-яҡтағыларға ышансы арттыра. Был бигерәк тә, үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәгән, аутизм диагнозлы балаларға мөһим. Өҫтәүенә, бындай күнекмәләр мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә психологик яҡтан үҙ-үҙҙәрен, комплекстарың, ҡурҡыуҙарын еңергә ярҙам итә. Бер нимәгә ҡарамай Максим Майоров, тәрбиәләнеүселәре менән бергә ҡая һәм ғүмер юлы буйлап та өҫкә табан үрләүҙе дауам итә. Тап уның миҫалында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең дә мөмкинлектәре сикһеҙ булыуына инанаһың.