Өфөлә күңел асыу комплекстарының береһендә егет һөйгән йәренең әхирәтен туҡмаған. Был хәлде видеокүҙәтеү камераһы яҙҙырып алған. Зыян күргән ҡыҙ һөйләүенсә, ул әхирәте менән кискеһен күңел асыу комплексына бара. Шул ваҡытта әхирәтенең элекке йөрөгән егете шылтыратып, үҙ-ара мөнәсәбәтен асыҡларға тәҡдим итә. Видеокүҙәтеү камераһынан күренеүенсә, ҡыҙ егет менән һөйләшергә теләмәй. Әхирәтен егеттән алып китеү өсөн ҡыҙ уларҙың араһына килеп ҡыҫыла. Әммә егет уға ҡулы менән һуға, һуңынан аяғы менән башына тибә. Зыян күреүсенең баш мейеһе һелкенеүе һәм терһәге йәрәхәтләнеүе билдәле. Бәләгә тарыусы полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙған.
Егет ниңә ҡыҙға ҡул күтәргән?
Тулыраҡ: Егет ниңә ҡыҙға ҡул күтәргән?