Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн дә көслө ел сығыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Елдең тиҙлеге секундына 20-22 метрға етеүе ихтимал. Кисә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә Комаров һәм Калинин урамдарында кешеләр өҫтөнә ағас ауған. Ҡатын дауаханаға барыуҙан баш тартҡан, ә бына иргә дауханала ятырға тура киләсәк. Ике автомобилдең зыян күреүе тураһында ла хәбәр ителә.
Көслө дауыл ағастарҙы ауҙарған
Тулыраҡ: Көслө дауыл ағастарҙы ауҙарған