Күләүектәр гиҙеп, бысраҡ ярып

Тулыраҡ: Күләүектәр гиҙеп, бысраҡ ярып

Уҡыусыларҙың белем тауына үрләү юлы шулай башлана. Республика ауылдарында юлдарҙың насар, йәки бөтөнләй булмауы һаман да көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Башҡа балалар кеүек Өфө районының Светлая ауылында йәшәүсе малай-ҡыҙҙар ҙур-ҙур күләүектәргә шатланмай. Көҙ етеү менән уларға ыҙаланып, мәктәпкә бысраҡ ярып йөрөргә тура килә. Юлдың бындай насар хәлдә булыуы йәйәүлеләр генә түгел, автомобилдәр өсөн дә хәүефле. Быға тиклем Светлая ауылын ҡала менән тоташтырған был юл Кириллов ауыл хакимиәтенә ҡараған, хәҙер инде уны Өфө районына тапшырғандар. Әммә улар ҙа марттан бирле вәғәҙәләр менән генә ышандыралар, ти урындағы халыҡ. Ә ауылда хаҡлы ялдағылар, йәш балалы ғаиләләр ҙә күп. Юл булмағас, тиҙ медицина ярҙамы, янғын һүндереү машиналары ла, таксилар ҙа ауылға яҡын килә алмай.Төп юлдан бөтөнләй үтеп булмаған осраҡта, ауыл халҡы урау юлдан йөрөй. Әммә бында ла уларға емерелеп барған иҫке ағас күпер аша сығырға тура килә. Яҙын уны ташғын менән ағыҙып китә, ҡышын бөтөнләй көрт баҫа. Ошондай уҡ күренеште, Шишмә районының Биҡҡол ауылында ла күҙәтергә була. Аяҡтарҙа ауыр итек, алмаш аяҡ кейеменән портфель дә ауырыраҡ. Еүешләнеп, өшөп, ауырыған, батҡаҡҡа йығылған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Таулы урамында йәшәүселәр йылдан-йыл арта. Әммә юл һаман да юҡ. Ауыл хакимиәтенә күпме генә мөрәжәғәт итһәләр ҙә, һөҙөмтәһеҙ. Килеп тыуған мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә теләп, Биҡҡол ауылы ҡараған Дурас ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Етәксе ялда булыу сәбәпле, аныҡ ҡына яуап ишетмәнек. План буйынса Биҡҡолда юлдар ҡасан төҙөкләндерелер — билдәһеҙ. Шуға ла ауыл халҡы үҙ көстәре менән донъя көтөргә тырыша. Тауҙан ташып, ҙур соҡорҙарҙы таштар менән ҡаплайҙар. Нисек кенә булмаһын, юл проблемаһы һаман да Рәсәйгә хас төп бәләләрҙең береһе булып ҡала.