Башҡорт балы брендын донъяға нисек танытырға?

Тулыраҡ: Башҡорт балы брендын донъяға нисек танытырға?

Варатоз һәм башҡа төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан бал ҡорттарын нисек һаҡларға, башҡорт балы брендын донъяға нисек танытырға? Ошо көндәрҙә Архангел районында уҙған умартасылар семинар-кәңәшмәһендә был хаҡта фекер алыштылар. Ишембай районы Смаҡай ауылынан килгән Илгиз Шәнгәрәев умартасылыҡ менән үҙемде белә башлағандан бирле шөғөлләнәм, ти. Башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының юҡҡа сығыуы, ә уларҙың урынына беҙҙең шарттарға яраҡлашмаған башҡа бал ҡорттарының килеүе борсой. Ситтән килтерелгән бал ҡорттары башҡаларҙы ла варатоз һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар менән зарарлай, ти белгестәр. Форумда шулай уҡ башҡорт балын башҡа бер бал менән дә бутамаһындар, мутлашыуҙар булмаһын өсөн һәр бер умартаға тамға ҡуйыу тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Былтыр ғына республиканан 53 тонна татлы ризыҡ сит илгә сығарылған. Киләсәктә балдың составын тикшереп сығарыу ҙа күҙ уңында тотола. Бының өсөн махсус лабороториялар булдырыласаҡ. Апимондия конгресына тиклем уны төҙөп бөтөү һәм эшкә ебәреү күҙаллана. Белгестәр әйтеүенсә, республика 350 мең күс иҫәпләнә. Йыл һайын 5-6 мең тонна тауар балы етештерелә. Ул илебеҙҙә етештерелгән тауар балының 8 процентын тәшкил итә. .... Сарала „Башҡорт балын„ сит илдәрҙә тағы ла киңерәк йәйелдереү буйынса ла һүҙ алып барылды.Әйткәндәй, Башҡортостанда 2030 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереүгә республика ҡаҙнаһынан 614 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала. Һөҙөмтәлә бал ҡорто күстәре һаны – 460 меңгә, ә тауар балы күләме 10 мең тоннаға тиклем артыр, тип көтөлә. Етештерелгән балдың сифатын тикшереү өсөн заманса лабораториялар асыуға бәйле балды экспортҡа оҙатыу ун тапҡырға, йәғни, йылына 500 тоннаға тиклем артырға тейеш.