Хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды

Тулыраҡ: Хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды

Республика көнө алдынан традиция буйынса бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Рөстәм Хәмитов бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп “Рәсәйҙә уңышлы субьекттар исемлегендә алдынғы урында килгән Башҡортостан артабан да йылдам үҫешер”, тигән ышаныс белдерҙе.Башҡортостан мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ордены менән билдәле спортсы, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы Семен Елистратов, “Авангард” предприятиеһы етәксеһе Әсғәт Ибраһимов һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй шәйхүлислам Тәлғәт Тажетдин бүлкләнде. Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларына 58 яҡташтарыбыҙ лайыҡ булды. Улар сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән, сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим өлкәләрҙә халыҡ һәм республика именлеге өсөн тырыш хеҙмәт итә. Бүләкләнеүселәр араһында табиб, 40 йылдан ашыу Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты поликлиникаһында эшләгән Фәниә Нәфиҡова ла бар.