Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе лицей йорт туйланы

Тулыраҡ: Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе лицей йорт туйланы

Уҡыусыларҙың шатлығын республика башлығы Рөстәм Хәмитов уртаҡлашты. Башҡаланың беренсе урта мәктәбе Мостай Кәрим урамындағы бинаны 1968 йылдан биләй. Әлегә тиклем уҡыу йортонда алты йөҙгә яҡын бала белем алһа, яңыртылған мәктәп 775 уҡыусыға иҫәпләнгән. 20-се быуаттың 20-се йылында асылған мәктәптең тарихында төҙөкләндереү эштәре бер генә тапҡыр үтмәгән. Бөгөнгө яңырыу – иң күләмлеһе. “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы сиктәрендә мәктәптең иҫке биш ҡатлы бинаһы ҡайтанан ҡоролған, ә уның эргәһендә йәнә 4 ҡатлы яңы бина төҙөлгән.10-сы төҙөлөш идаралығының ун йыл эсендә файҙаланыуға тапшырған егерменсе мәктәбенә символик асҡыс тапшырылды. Республика башлығы ике йыл элек таушалған бина урынында ошондай мөһабәт мәктәп үҫеп сығырына ышаныуы ла ҡыйын ине. Әммә беҙ белем биреү өсөн шарттар булдырыуға көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ, тип белдерҙе. Ғилемдән башҡа уңышлы тормош ҡороп булмай, хәҙер мөмкинлектәр киң, Рөстәм Зәки улы балаларҙы ошо мөмкинлектәрҙе әүҙем файҙаланырға өндәне. Мультимедия системалары, интерактив программалар, электрон тренажерҙар, башҡа күп функциялы ҡоролмалар һәр класта тиерлек урынлаштырылған. Балалар белемде мауыҡтырғыс алымдар аша ала. Был кинәнескә уҡытыусылар ҙа шат. Нина Зәйнуллина 46 йыл мәктәптә физика дәрестәрен алып бара. Егерме беренсе быуат мәктәбендә нигеҙле белем биреү менән бер рәттән тормошта мөһим оҫталыҡтар үҙләштереү шарттары ла заманса. Хеҙмәт дәрестәре хәҙер яңы йыһаздар ярҙамында үтә. Лицейҙа физика, математика, химия, информатика фәндәре тәрән өйрәнелә. Уҡыусылар өсөн шулай уҡ спорт,шахмат, бейеү, ижад менән шөғөлләнер өсөн иркен залдар бар. Китапхана ла ябай ғына түгел, хәҙер ул мәғлүмәт үҙәге. Балаларҙың сәләмәтлегенә етди иғтибар бирелә, медицина блогында стоматология кабинета ла асыҡ. Ашханала бер лы 400 уҡыусы туҡлана ала. Оҙон тәнәфестә уйын майҙансығына ла сығып ял итеп алырға мөмкин. Лицей әлегә бер сменалы уҡыу программаһын файҙаланасаҡ. Ленин районында бындай мәктәптәр күп түгел. 100 йыл самаһы элек мәғариф комиссариатының өлгөлө-күрһәтмә мәктәбе булараҡ асылған белем йорто бөгөн дә беренсе дәрәжәһен раҫларға вәғәҙә бирә. Быны уның данлыҡлы уҡыусылары ла дәлилләй. Тулы күләмдәге уҡыу тәртибенә барыһы ла әҙер. Дәрестәр иртәгәнән башлана.