Ишебай районының Йәнырыҫ ауылында республика көнө алдынан яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Быны ауылдаштарына ағалы-ҡустылы Ниғәмәтуллиндар йылдар буйы “Трудовик” колхозында эшләгән әсәләре Сәүиә Нуриәхмәт ҡыҙы иҫтәлегәнә төҙөгән. Хәҙер Йәнырыҫ ауылы халҡы заманса, заман талаптарына яуап биргән медицина ярҙамы аласаҡ.
Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Благовар районы Өйҙрәкбаш ауылында генерал-лейтенант, Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡын фекерҙәше — Хажиәхмәт Ишбулатовҡа һәйкәл асылды. Легендар яҡташтары, генерал-лейтенант Хажиәхмәт Ишбулатовтың хәтерен Өйҙәркбаш халҡы мәктәп музейында ҡәҙерләп һаҡлай. Урындағы халыҡ Хажиәхмәт Исхаҡ улы нәҫелен был ауылға нигеҙ һалыусы булараҡ та белә. Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Хажиәхмәт Ишбулатов Әхмәтзәки Вәлиди туғандың яҡын фекерҙәше, милли азатлыҡ өсөн көрәш алып барғанда төп арҡаҙашы була.Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт корпусын төҙөргә булғас генерал Ишбулатовты ошондай телеграмма менән үҙе эргәһенә саҡырып ала. ... һәм уны башҡорт корпусының командиры итеп тәғәйенләй.Ошо көндәрҙә яугир тыуған яғына тимер һын булып ҡайтты, туғандары ауылдаштары көтөп алған ваҡиға тормошҡа ашты.Һәйкәлдең авторы ошо уҡ ауылда тыуып үҫкән Рәфис Зәйнетдинов. Ул генералдың һаҡланып ҡалған берҙән-бер иҫке фотоһүрәте аша балсыҡтан уның йөҙөн һынландырған. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, ярты йыл эсендә генерал таш һын булып тыуған яғына ҡайта. Был эшкә Благовар районын башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Батыр улы етди этәргес бирә.Үҫеп килеүсе быуын үҙ батырҙарын белеп үҫергә тейеш, ошо ваҡытта ғына тарих юғалмай,тигән фекерҙә Өйҙрәкбаш халҡы.