Өфөлә бала һәләттәрен үҫтереү үҙәге асылды

Тулыраҡ: Өфөлә бала һәләттәрен үҫтереү үҙәге асылды

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙанында ойошторолған үҙәк беренсе һанлы ятаҡта урынлашҡан. Ҡыуанырға, көлөргә, уҫалланырға, ҡурҡыныс булырға – ҡыҫҡаһы туйғансы ҡыланырға. Үҙәктең театр студияһында балалар уйнай һәм уйындар аша үҙҙәренең һәләттәрен аса.Һәр студияға айырым бүлмә бирелгән. Һүрәт төшөрөү студияһы – иң тыныс бүлмә. Бында фантазиялар ғына ҡайнай.Үҙәк – Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарына практика үтеү өсөн ҡулайлы майҙан. Уны ойоштороусылар шулай уҡ призводствоның, фәндең һәм йәмәғәтселектең берләшмәһе өлгөһө, тип тә атай.Ҡасандыр студент ғаиләләрҙең сабыйҙары өсөн асылған ойошма хәҙер Киров районы балаларын да ҡабул итергә һәм 20-нән ашыу йүнәлеш буйынса үҫтерергә әҙер үҙәк. Дәрестәр түләүле үтә, тик хаҡтар түбән, тип белдерә педагогтар. Иң тәмле шөғөл бында үтә. Банан киҫәктәре, иретелгән шоколадҡа манып, төрлө төҫтәге татлы валсыҡтар менән ҡаплағандан һуң, бигерәк тә тәмле. Студияны педагогик тәжрибәһе лә, профессиональ кимәлдә аш-һыу әҙерләү белеме лә булған Рузилә Аюпова етәкләй. Бейеү, гимнастика дәрестәренән тыш, спорт студиялары бар. Унда малайҙар яратып йөрөй. Робототехника, керамика, мультфильмдар төшөрөү – бәләкәстәрҙең тағы ла бихисап һәләттәрен асыуға үҙәк матди яҡтан да, белгестәр яғынан да әҙер. Әлегә унда 24 бала шөғөлләнә. Был һанды 60-ҡа тиклем еткереү күҙаллана.