Башҡортостан иҡтисады тотороҡло үҫешә, төбәк тулайым продукт етештереү күләме триллион ярым һум. Сәнәғәт предприятиелары етештереү кимәлен арттыра, ауыл хужалығы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Башҡортостан төп дәүләт байрамын уңышлы хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. Республика көнө уңайынан ойошторолған тантаналы йыйылышта Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡына тәбрик һүҙе менән мөрәжәғәт итте. 1990 йылдың 11 октябре Башҡортостандың дәүләт суверенитетын иғлан иткән Декларация ҡабул итеү көнө булараҡ тарихта теркәлгән. Ватандаштарыбыҙҙың күбеһе был көндө яҡшы хәтерләй. Ул мәлдә БАССР-ҙың юғары советында үҙидара комиссияһы рәйесе вазифаһында эшләгән Румил Аҙнабаев ваҡиғаларҙы тәү сығанағынан тасуирлай. Туҡһанынсы йылдар башында Башҡортостандың яҙмышы хәл ителгән мәлдән республика йәштәре лә ситтә ҡалмай. 11 октябрь кәйефен улар студент саҡтағы иң сағыу хәтирәләр, тип таный. Был ваҡиғаның тарихи әһәмиәте тураһында республика төбәктәрендә лә әүҙем фекер алышыуҙар барған. Башҡортостандың дәүләт булараҡ нығыныуына милләттәр дуҫлығы нигеҙ һаласағына иманыбыҙ камил ине, ти Межгорье ҡалаһының почетлы гражданины Айытбай Йомадилов. Башҡортостан бөгөн дә Рәсәйҙә милләт- һәм конфессия-ара теләктәшлек өлгөһөн дәлилләгән төбәк булараҡ танылған. Республика көнөнә арналған концертта ҡатнашыусыларҙың кәйефе байрамса. Сәхнәлә генә түгел сәхнә артында ла сәнғәт оҫталары менән үҙешмәкәр артистар бер ғаиләләй татыу аралаша. Республика көнөн байрам итер ҡаҙаныштар етерлек. 2018 йылдағы эшмәкәрлектең көнэлгәре йомғаҡтарын барлап Рөстәм Хәмитов иҡтисади һәм социаль үҫештә алға китеш һәм тотороҡлоҡ күрһәткестәрен билдәләне. Сәнәғәт предприятиелары етештереү күләмен өс ярым процентҡа арттырған. Ойошмаларҙың тауар әйләнеше үткән йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк. Инфляция кимәле түбәнәйгән. Бюджет килемдәренең артыуы бар социаль бурыстарҙы үтәү мөмкинлеген бирә. Инвестиция сәйәсәте шулай уҡ төбәктәге моноҡалаларҙы үҫтереүгә, машиналар төҙөү, нефтехимия, энергетика өлкәһен камиллаштырыуға йүнәлтелә. Республикала торлаҡ, юл төҙөлөшө, транспорт инфрастуктураһын яҡшыртыу эштәре киң йәйелдерелә. Башҡортостан хөкүмәте социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бюджет сығымдарының 80 процентын йүнәлтә. Республикала мәктәп ҙһәм балалар баҡсалары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, мәҙәниәт йорттары төҙөлә. Туризм өлкәһе үҫеш ала. Киләһе йыл ватандаштарыбыҙ Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Был тарихи дата йәмғиәтебеҙҙе йәнә берләштерер, милләттәрҙең бай тәжрибәһенә таянып яңы үрҙәргә өлгәшергә булышлыҡ итер, тине Республика башлығы. Республика көнөнә арналған байрам саралары бөгөн һәр төбәктә үтә. Ватандаштарыбыҙға күтәренке кәйеф һәм яңы уңыштар теләйһе ҡала.
Бөгөн республика көнө!
Тулыраҡ: Бөгөн республика көнө!