“Алтын көҙ” күргәҙмәһе егерменсе йыл рәттән үтә. Уның сиктәрендә “Минең Рәсәй” журналистар конкурсы еңеүселәре лә бүләкләнә. Быйыл улар араһында беҙҙең каналдың милли тапшырыуҙар бүлеге лә бар. Ике меңгә яҡын эш араһынан башҡорт телендә эфирға сыҡҡан “Сәйәхәтсе һуҡмағы” рубрикаһы “йолалар һәм тарихи мәҙәниәтте һаҡлау” номинацияһында беренселекте яуланы. “Сәйәхәтсе һуҡмағы” рубрикаһы Башҡортостандың таныш булмаған урындары тураһында һөйләй. Төп маҡсат — тәбиғәт матурлығы ғына түгел,ә тарих менән дә таныштырыу.
“Сәйәхәтсе һуҡмағы” “Минең Рәсәй” конкурсы еңеүсеһе
Тулыраҡ: “Сәйәхәтсе һуҡмағы” “Минең Рәсәй” конкурсы еңеүсеһе