Нуғай ҡасабаһында урынлашҡан 147-се мәктәптең икенсе сираты файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер башланғыс кластар өсөн тәғәйенләнгән бинала 500 бала белем алыу мөкинлегенә эйә. Бында балалар баҡсаһы ла буласаҡ. Быға тиклем башланғыс класс уҡыусылары иҫке бинала белем алған. Ә ҡайһы берҙәрен ата-әсәләр Өфөгә йөрөтөп уҡытҡан. Хәҙер, Нуғай ҡасабаһында йәшәүсе балалар яҡты һәм киң кластарҙа белем үрҙәрен яулай. Бында Жилин, Зинин ҡасабаларынан да балалар килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан белем биреү бер сменала алып барыла. Мәктәп 1 мең 250 урынға иҫәпләнгән. Мәғариф учреждениеһын төҙөү өсөн 700 миллион һумға тиклем аҡса йүнәлтелгән. Уның 200 миллион самаһы башланғыс кластар өсөн тәғәйенләнгән блокҡа киткән. Өфөлә артабан да ошондай заманса мәктәптәр төҙөләсәк. Яңы бинала кластар кәрәк-яраҡтар менән генә тәьмин ителгән. Әлегә башҡа ҡоролмалар тулыһынса килеп етмәгән. Тиҙҙән, уйнау, ял итеү һәм башҡа бүлмәләр йыһазландырыласаҡ.
Башланғыс кластар бинаһында балалар баҡсаһы ла ҡаралған. Ул 150 урынға иҫәпләнгән. Әле бүлмәләр буш, мебель кеүек йыһаздар алыу буйынса аукциондар бара. Балалар баҡсаһы декабрь айына рөхсәт ҡағыҙҙары аласаҡ, тип көтөлә. Тимәк, йылдан йыл үҫешкән Нуғай ауылының киләсәге өмөтлө. Бында заманса мәктәп бар, тиҙҙән, балалар баҡсаһы ла үҙ ишектәрен асасаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнап төбәктә бихисап мәғариф учреждениелары төҙөлә һәм реконструкциялана. Ошо көндәрҙә Өфөнөң 1-се лицейы ла файҙаланыуға тапшырылды. Уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм уҡыусыларҙың шатлығын Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов уртаҡлашты. Был обьект та Башҡортостандың 100 йыллығына арнала. Тиҙҙән, Благовещен ҡалаһында заманса мәктәп эшләй башлаясаҡ. Ул икенсе смена мәсьәләһен хәл итәсәк. Ҡариҙел районы Абыҙ ауылында ла беренсе ҡыңғырау тауыштары яңғыраясаҡ. 2019-сы йылдың сентябренә иһә Күмертау ҡалаһында балалар баҡсаһы сафҡа индерелә. Был учреждениеларҙың барыһы ла Башҡортостандың оло юбилейын байрам итеү сиктәрендә төҙөлә.