Иртәгә Башҡортостан дәүләт телерадиокомпания медиа үҙәгендә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Өфө аэропортына исем биреүе буйынса йыйылыш үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты Салауат Юлаев, Сергей Довлатов, Мостай Кәрим, Рудольф Нуриев, Сергей Аксаковтың исемен алыуы мөмкин.. Халыҡ фекеренсә, был исемгә 2 тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәйевтең исемен биреү дөрөҫ буласаҡ. Тауыш биреү 15 октябргә тәғәйенләнгән. Тура бәйләнеште Рәсәй-24 һәм Башҡортостан -24 телеканалдарында ҡарарға мөмкин
Өфө аэропортына исем һайлайбыҙ
Тулыраҡ: Өфө аэропортына исем һайлайбыҙ