Рөстәм Хәмитов ваҡытынан алда вазифаһынан китеү тураһында белдерҙе һәм халыҡҡа мөрәжәғәт итте.Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Радий Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай машиналар эшләү заводында фрезерсы уҡыусыһы булып башлаған. 1989-1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡыған. 1994-2003 йылдарҙа– Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында өлкән уҡытыусы, доцент, декан урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры. 2003- сө йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2008 йылдан Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының сәйәси партиялар менән эшләү департаменты директоры. 2009 сы йылдан 2016-сы йылға тиклем Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Быға тиклем Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы башлығы булып эшләне.
Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде
Тулыраҡ: Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде