Өфө районының Светлая ауылында юл буласаҡ

Тулыраҡ: Өфө районының Светлая ауылында юл буласаҡ

Беҙҙең телеканалда сыҡҡан видеосюжеттан һуң, район хакимиәтендә ошондай вәғәҙә бирҙеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Светлая ауылында йәшәүселәр юлдарҙың насар булыуынан яфалана. Бигерәк тә, уҡыусыларға күләүектәр гиҙеп, бысраҡ ярып мәктәпкә йөрөргә тура килә. Шулай уҡ, ауылда хаҡлы ялдағылар, йәш балалы ғаиләләр ҙә күп. Быға тиклем Светлая ауылын ҡала менән тоташтырған был юл Кириллов ауыл хакимиәтенә ҡараған, хәҙер инде уны Өфө районына тапшырғандар. Әммә улар ҙа марттан бирле вәғәҙәләр менән генә ышандыралар, ти урындағы халыҡ.