2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Коммуналь квитанцияларҙа “Ҡалдыҡтар” тигән пункт та барлыҡҡа киләсәк. Торлаҡ хужаларының үҙҙәренә лә сүп-сар туплау мәҙәниәтенә өйрәнергә тура киләсәк. Бынан тыш, кешеләрҙең Ҡалдыҡтар тигән графаны арзанайтырға, шулай уҡ, был йүнәлештә аҡса эшләү мөмкинлеге бар. Тәүҙә Галина Филиппова көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙан, нимәлер килеп сығырына ышанмай. Йәш егет Жилино ауылында был эште башлап ебәргәс, ханым проектта ҡатнашырға була. Хәҙер ул бер кешенән һәм бер йорттан ғына бихисап көнкүреш ҡалдығы йыйылғанына аптырай. Кешеләрҙән көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу башланғысы менән Сергей Попов сыға. Тәүҙә йүнсел ватсапта чат булдыра. Халыҡтың ризалығын алғас, март айында эш башлай. Эшҡыуар интернет аша сүп-сар өсөн заманса контейнерҙар ҙа һатып ала һәм бушлай халыҡҡа таратып сыға. Иң тәүҙә был проект Жилино ауылында башлана. Һуңынан яҡын урынлашҡан ҡасабаларҙа тарала. Хәҙер, проектта 250-нән ашыу йорт ҡатнаша. Проектта ҡатнашыусылар бер-нисә талапты үтәргә тейеш. Мәҫәлән, быяла шешәләрҙе, пластикты, ҡағыҙҙы һәм тимерҙе айырым йыйыу мотлаҡ. Һуңынан уларҙы эшкәртеүгә ебәрәләр. Эшҡыуар билдәләүенсә, проекттың киләсәге бар. Сөнки, был йүнәлештә бер кем дә эшләмәй тиерлек. Бигерәк тә ауыл ерендә. Сергей Попов контейнерҙар һатып алыу өсөн 250 мең һум тирәһе аҡса сарыф иткән. Әлегә ул көнкүреш ҡалдыҡтарын тапшырыуҙан килгән килемде яңы контейнерҙар алыуға һәм машинаһын ҡарауға йүнәлтә. Киләһе йылдан сүп-сарҙы йыйыу ҡануниәтенә үҙгәреш инеүен иҫәпкә алғанда, был шөғөл тиҙ арала үҙен аҡлар, тип көтөлә. Яңы йылдан бер кеше ҡалдыҡтар өсөн айына уртаса 167 һум түләйәсәк. Йылына 4 кешенән торған ғаиләгә уртаса 2 мең һум аҡсаһын бирергә тура киләсәк. Әгәр, күп ҡатлы йортта йәшәүселәр барыһы ла риза булып, көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып контейнерҙарға тултырһа, уларға ташламалар ҙа ҡарала. Әле Өфөлә пластик өсөн 700, ә быяла өсөн ошондай 15 контейнер ҡуйылған. 2019-сы йылдың беренсе декадаһында уларҙың һаны 1200-ҙән ашып китәсәк. Төбәк операторы бөтә йорттарҙы һәм ихаталарҙы ошондай контейнерҙар менән тәьмин итергә йыйына.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә
Тулыраҡ: Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә