Өфөлә рус теленең киләсәге хәл ителә

Тулыраҡ: Өфөлә рус теленең киләсәге хәл ителә

Бөгөн Өфөлә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рус теленең Рәсәй һәм унан башҡа төбәктәрҙә ҡулланышы тураһында фекер алыша. Башҡортостандың башҡалаһына Рәсәйҙең 76 төбәге һәм сит илдәрҙән 400 делегат килде. Рәсәйҙең рус теле уҡытыусылары йәмғиәте форумы ике йылға бер тапҡыр ойошторола. Алтынсы конгрестың Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Башҡортостан төрлө милләт вәкилдәренең туған телен һәм, халыҡ-ара аралашыу теле булараҡ, рус телен өйрәнеүҙә һәм үҫтереүҙә ҙур тәжрибә туплаған төбәк тип танылған. Республикала туған телдәрҙе үҫтереү маҡсатында өҫтәмә документтар ҡабул ителде, телдәрҙе өйрәнеү һәм үҫтереү өлкәһендә гранттар системаһы раҫланды. Уҡыусыларҙың 90 проценты рус телендә белем ала, мәктәптә рус теле дәүләт кенә түгел, туған тел дәрәжәһендә уҡытыла. Конгрестың ғилми өлөшөндә ғалимдар хәҙерге ваҡытта рус теленең әһәмиәте, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙә уның роле, шулай уҡ уны сит тел булараҡ өйрәнеүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләргә байҡау яһай. Аралашыуҙың төрлө киңлектәре барлыҡҡа килгән осорҙа рус телмәренең үҙгәреш кисереүенә ғилми баһа бирә. Түңәрәк өҫтәлдәр Өфөнөң юғары белем биреү йорттары һәм мәктәптәрендә үтә. Был ҡунаҡтарға Башҡортостандағы хеҙмәттәштәренең эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға һәм тәжрибә уртаҡлашырға булышлыҡ итә.