Өфө аэропортына кемдең исеме бирелер?

Тулыраҡ: Өфө аэропортына кемдең исеме бирелер?

Бөгөн Башҡортостан дәүләт телерадиокомпания медиа үҙәгендә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Өфө аэропортына исем биреүе буйынса матбуғат осрашыуы үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты Салауат Юлаев, Сергей Довлатов, Мостай Кәрим, Рудольф Нуриев, Сергей Аксаковтың исемен алыуы мөмкин. Халыҡ фекеренсә, был исемгә 2 тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәйевтең исемен биреү дөрөҫ буласаҡ. Тауыш биреү 15 октябргә тәғәйенләнгән.