Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек нисек?

Тулыраҡ: Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек нисек?

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлекте тәү сиратта хәл ителә торған мәсьәлә тип белдергәйне. Был йәһәттән Хөкүмәт ағзалары, район һәм ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә лә үтте. Өфө районының Дмитриевка ҡасабаһындағы күп фатирлы йорттарҙың береһендә беҙҙең телекомпания сюжет төшөргәндән һуң ғына йылы бирҙеләр. Быға тиклем унда йәшәүселәр фатирҙарын үҙҙәре йылытырға, ә өйҙә йылы кейемдә йөрөргә мәжбүр ине. Бер-нисә йыл дауам иткән проблема хәл ителмәгәс, халыҡ прокуратура, торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына ла мөрәжәғәт итә. Тик мәсьәлә хәл ителмәй. Һәм бына, ниһәйәт, был йортҡа ла йылылыҡ бирелде. Йылдар дауамында килгән мәсьәлә тиҙ арала хәл ителде.