Асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек

Тулыраҡ: Асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек

Барлыҡ көстәрҙе бергә туплағанда ғына республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итергә мөмкин. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек нигеҙендә республикала йәшәгән 4 миллион кеше мәнфәғәтендә эшләргә саҡыра. Йома көнө генә Красногорск ҡалаһында эшлекле осрашыуҙар уҙғарған Радий Фәрит улын, шәмбелә республика башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ таныштырҙылар. Рәсми саранан һуң ул беренсе сиратта көн үҙәгендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн район-ҡала башлыҡтары менән йыйылып һөйләште. Был хаҡта ул беҙҙең телеканалға интервьюһында белдерҙе. Ҡыш алдынан йылылыҡ, юлдар, социаль инфраструктура хаҡында хәстәрлек күреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.Тәүге рәсми осрашыу Башҡортостан республикаһының беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улының етәкселек иткәнән 1990-2010 ҡатмарлы йылдарҙа Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш буйынса илдең алдынғы төбәктәре сафына баҫты. Бай тәжрибә һәм абруйлы остаздарҙың кәңәше халыҡ тормошон яҡшыртыуҙа һәм республика йәмәғәтселеген бергә тупларға мөмкинлек биререгә тейеш. Был осрашыу республика йәмәғәтселегендә хуплау тапты. Социаль селтәрҙәрҙә яңы етәксенең беренсе Президент фатихаһын алып, кәңәшләшеп эшләүе төбәк торошон яҡшыртасаҡ, тигән фекерҙә социаль селтәрҙә ултырыусылар. Йәкшәмбелә республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажутдин һәм Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашты. Эшлекле сәфәрҙең тәүгеһе республиканың төп сәнәғәт предприятиеһы Башнефть заводтары майҙанында үтте. Радий Фәрит улы башта Рәсәйҙәге иң эре водород етештереү ҡоролмаларының береһен ҡараны, бында етештерелгән продукция нефть ҡалдыҡтарын таҙартыу өсөн файҙаланыла, Әйткәндәй, тап Башнефть биләмәһендә Евразиялағы иң ҙур таҙартыу майҙансығы урынлашҡан. Бында нефть эшкәртеүсе 4 заводтың ҡалдыҡтары таҙартыла. Төбәк етәксеһе вазифаһын башҡарыусы эшселәр менән аралашып, бында тап үҙебеҙҙә белем алған тәжрибәле белгестәр эшләүе ҡыуандыра тине. Радий Хәбиров Республика иҡтисадының төп локомотивы булған предприятиеның артабан да халыҡ мәнфәғәтендә эшләйәсәгенә ышаныс белдерҙе. Бөгөн хөкүмәт аппараты менән тәүге ултырышын да Радий Фәрит улы талапсан етәксе булараҡ башланы. Тәү сиратта йәмәғәт транспорты тармағында 1 декабргә тиклем тәртип урынлаштырыу бурысын йөкмәтте. Законһыҙ маршрут автобустары булмаҫҡа тейеш тигән талап ҡуйҙы Радий Фәрит улы. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм төҙөлөш тармағында ла тәртип урынлаштыу кәрәклеген билдәләп, яңы йорттар янында поликлиникалар төҙөү кәрәклеген билдәләне.