Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәнең Измир виләйәтендә кешеләр тейәгән йөк машинаһы тәүҙә түңкәрелгән һуңынан йылғаға ҡолаған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 22 кеше һәләк булған,13 кеше йәрәхәтләнгән. Фажиғә урынына полиция һәм тиҙ ярҙам машиналары килеп еткән. Йөк машинаһының ҡасаҡтарҙы ташыуы тураһында билдәле.

Террорға ҡаршы милли комитеттың мәғлүмәт үҙәге Дағыстандың Хасавюрт районында махсус операция ваҡытында “Ислам дәүләте” террор ойошмаһы яҡлы ике кешенең юҡ ителеүе тураһында хәбәр итте. Атыш ваҡытында Федераль именлек хеҙмәтенең ике һәм Росгвардияның бер хеҙмәткәре яраланған, тип хәбәр ителә.

«Рәсәй тимер юлдары» Һиндостанды пассажир ташыусы поездар менән тәьмин итәсәк. Был турала ведомство башлығы урынбаҫары Александр Мишарин хәбәр итә. “Рәсәй тимер юлдары”на Һиндостан баҙарына сығыу килемле буласаҡ, сөнки был илдә пассажирҙарҙы ташыу күләме ҙур, ти ул. Тәүге партияла 100 вагон иҫәпләнә, ә артабан инде был һанды арттырыу көтөлә.

Сит илдәге бер компания кешегә оҡшаш роботтың мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Робот хәҙер паркур менән дә шөғөлләнә- төрлө датчиктар ярҙамында ул ҡаршылыҡтарҙы үтеп, биналар башына ла үрмәләй ала.