Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Тулыраҡ: Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Бөгөн киске сәғәт биштә Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Өфө мэры мотлаҡ Рәсәй гражданины булырға, Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларын, ил президенты һәм хөкүмәт ҡарарҙарын белергә тейеш. Хакимиәт башлығына дәғүәсенең 25 йәштән йәш, 65-тән оло булмауы шарт. Конкурс өс өлөштән тора. Бөгөн беренсе этап тамамлана. 22 октябрҙә комиссия конкурсҡа үткән дәғүәселәрҙе раҫлай. Конкурс үҙе 29 октябрҙә үтәсәк.