Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандар

Тулыраҡ: Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандар

Өфөнөң Менделеев урамында йәшәүселәр тәүлек әйләнәһенә фатирҙарына тәҙрәнән төшкән сағыу уттан яфалана. Бөтә бәлә — видеоэкранда. Ул үтә яҡты, кадрҙары йыш алышына, ти урындағы халыҡ. Улар ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәләр ҙә – һөҙөмтәһеҙ. Йәшен ише ялт та йолт килгән уттан бөтә фатир яҡтырып китә. Тәҙрәнән шундай сағыу ут бәреп торғас, хужалар йоҡоһоҙлоҡтан интегә. Бигерәк тә ҡараңғы төшкәс, Менделеев урамы буйлап урынлаштырылған видеоэкран эргә-тирәләге йорттарҙы сағыу төҫтәргә биҙәй. Тәҙрәләре шул яҡҡа сыҡҡан һәр кем ирекһеҙҙән төнө буйы реклама ҡарарға мәжбүр. Ә был ғаиләлә баланы йоҡларға һалыу ҙур бәләгә әйләнә. Фатирҙа яҡты булғас, сабый арыһа ла, йоҡлап китә алмай интегә. Йоҡо кеше өсөн ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Уның сифаты һау­лыҡҡа ғына түгел, тышҡы ҡиәфәткә, кәйефкә лә йоғонто яһай. Бигерәк тә нервы системаһы өсөн йоҡо мөһим. Сөнки арыуға бик һиҙгер нервы күҙәнәктәре йоҡоһоҙлоҡтан айырыуса ҙур зарар күрә. Йортта йәшәүселәрҙең һаулығына ғына түгел, бындай сағыу видеоэкран водителдәрҙең ғүмеренә лә хәүеф менән янай. Реклама өлкәһендәге закондарға ярашлы, экрандарҙы юл-хәрәкәтен көйләгән билдәләр янында урынлашырырға ярамай. Өҫтәүенә, ул күреү мөмкинлеген насарайтмаҫҡа, водителдәрҙең юлдан, юл билдәләренән иғтибарын ситкә йүнәлтмәҫкә тейеш. Был мәсьәләне хәл итеүҙе һорап, урындағы халыҡ ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Уларҙың мәнфәғәтен яҡлап, ошондай видеоэкрандарҙың эшләү ваҡытын, йәиһә яҡтылыҡ көсөн көйләүсе ҡанундар булдырырға кәрәк тигән ҡарарға килгән депутаттар. Өфөлә реклама стендтары, видеоэкрандарға яуап биреүсе “Ҡала рекламаһы”муниципаль бюджет учреждениеһы ла был мәсьәлә тураһында хәбәрҙар булып сыҡты. Уларҙың һорауы буйынса Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты идаралығы тикшереү үтәргән, әммә барлыҡ күрһәткестәр ҙә нормаға тап килгән. Компания вәкилдәренең кеше хәлен аңлап, йоҡларға ҡамаусалаған видеоэкрандарҙың эшләү тәртибен үҙгәртеүҙе, йә уны көйләүсе ҡанун барлыҡҡа килгәненсе, урындағы халыҡҡа ҡулдарынан килгәнсә тәҙрәләренә ҡалын ҡорғандар, жалюзилар элергә мәжбүр.