"Оҙон көй" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Тулыраҡ: "Оҙон көй" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл ул 9-11-се ноябрҙә Туймазы ҡалаһында уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар ике йәш категорияһына бүленеп ярышасаҡ. Уларҙы Башҡортостандың билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре баһалай. Иң оҫта башҡарыусыға Гран-При ҡаралған. Шулай уҡ, беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындар билдәләнә, тип белдерәләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. "Оҙон көй" конкурсы тәүге тапҡыр 1997 йылда ойошторола, 2001 йылдан иһә, төбәк-ара статусы алды.