Башҡортостанда “Еҙем” тәбиғәт паркы булдырыла

Тулыраҡ: Башҡортостанда “Еҙем” тәбиғәт паркы булдырыла

Ул Экология һәм тәбиғәт ресурстары программаһына ярашлы, киләһе йылдың 1-се ғинуарынан рәсми эшләй башлай. Проект сиктәрендә сәфәр йорто, хакимиәт бинаһы, шлагбаум, юлдар, мәғлүмәт стендтары, туҡталҡалар төҙөлә. Был тәбиғәт ҡомартҡыһының әһәмиәте ҙур. Уның биләмәһендә иң бейек Мәмбәт һәм Ҡуҙғанаҡ ҡаялары, республикалағы иң ҙур Киндерле мәмерйәһе урынлашҡан. Еҙем йылғаһы буйында йәмғеһе 147 мәмерйә иҫәпләнә.