Республикала эшһеҙҙәр һаны кәмей

Тулыраҡ: Республикала эшһеҙҙәр һаны кәмей

Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә бөгөнгә 17 мең 600-ләп кеше теркәлгән. Был күрһәткес йыл башы менән сағыштырғанда 3 меңгә аҙыраҡ, тип хәбәр итәләр ойошманан. Республикала 45 мең вакансия иҫәпләнә. Хеҙмәт баҙарында башлыса ябай эшселәр: водитель, ташсы, һатыусы, һаҡсы, ашнаҡсылар кәрәк. Бынан тыш, табип, тәрбиәсе, уҡытыусылар талап ителә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Республикала уртаса эш хаҡы — 32 мең 100 һум.