Ни өсөн кешеләр медицина хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәт түгел?

Тулыраҡ: Ни өсөн кешеләр медицина хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәт түгел?

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшмәкәрлеген ҡаты тәнҡитләне./ Радий Фәрит улы билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһына зарланып бик күп хаттар килә. Республика клиник дауаханаһына кешеләр ауылдарҙан килеп оҙон сираттарҙа торорға мәжбүр. Һөҙөмтәлә улар тейешле табиптан ҡаралмайынса ҡайтып китә. Ни өсөн кешеләр медицина хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәт түгел? Ошо һорау менән Өфө халҡына мөрәжәғәт иттек. Республика онкология ауырыуҙарынан үлем осраҡтары буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙа килеүгә ҡарамаҫтан, онкология диспасерының яңы корпусын төҙөү ҙә һуҙыла. Яҡын арала республикала медицина мәсьәләләренә арналған ҙур кәңәшмә үткәреү ҡарала. Кисә һаулыҡ һаҡлау министрының вазифаһынан китеүе тураһында билдәле булды. Әнүәр Бакировтың фәнни потенциалы юғары тип баһалана, шуға ла ул медицина өлкәһендә эшен дауам итер, тип көтөлә.