Министрлыҡтың яңы етәксеһе алдында етди бурыс тора. Был өлкәләге ҡатмарлы хәлде яйға һалыу. Мотлаҡ препаратһыҙ йәшәй алмаған сирлеләргә табиптарҙан айҙар буйына дарыу юҡ, көтөгөҙ тигән яуап алырға тура килә. Берәүҙәр иҫкергән дарыу эсергә, икенселәр кәрәк препаратты сит төбәктәрҙән һатып алырға, өсөнсөләр прокуратура аша талап итергә мәжбүр. Инсулин шприцындағы дата юйылған, тик Регина Сидорова уяулығы менән уның эшләнгән көнөнән иҫәпләп үҙе сығарған – дарыуҙың файҙаланыу ваҡыты мартта уҡ сыҡҡан. Иң аянысы – инсулин уның алты йәшлек ҡыҙына бирелгән. Был хәлдән һуң әсә прокуратураға ғариза яҙа. Әле тәфтиш комитеты тикшереү алып бара. Срогы сыҡҡан инсулинды Республика балалар клиник дауахаһында файҙаланғандар. Өфөлә йәшәгән Ксения Теплова ла бауыры күсереп ултыртылған балаһына ҡулланыу ваҡыты үткән препарат бирергә мәжбүр. Мәскәүҙә операция яһаған табиптар кәңәш иткән дарыуҙы Башҡортостанда алыу мөмкинлеге юҡ, ти Ксения. Ике йәшлек Полинаға талап ителгән дарыуҙарҙы һорап әсә республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт иткән. Тәүҙә көтөргә ҡуштылар, һуңынан тейешле дарыуҙың аналогын яҙып бирҙеләр, ти. Балаһын билдәһеҙ дарыуҙы һынау өлгөһө итергә ризалашмаған әсә булараҡ Ксения яңғыҙ түгел. Быйыл март айында шулай уҡ бауыр күсереү операцияһын үткәргән Никитаның ата-әсәһе лә мотлаҡ препаратты Мәскәүҙән һатып алырға мәжбүр. Екатерина Вершинина бала көн һайын ҡабул иткән дарыуҙар исемлеген күрһәтә. Никита өсөн бушлай бирелгән алмаш препараттар шулай уҡ айырым кәштәлә һаҡлана. Аналогтан баш тартһаң, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы йәшәр өсөн мөһим препаратҡа мохтаждар исемлегенән бөтөнләй төшөрөп ҡалдыра. Тәртип шулай. Сирле балаһы тарыған хәлде тасуирлап Екатерина Вершинина Орджоникидзе район прокуратураһына ғариза яҙа. Хоҡуҡ һаҡлау органы ҡушылғас та дарыуҙар табылды, хәҙер ай һайын, тиерлек дарыуханаға саҡырып тап беҙгә кәрәк препаратты тапшыралар, ти ул. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы беҙҙең үтенескә һуңыраҡ яуап бирергә вәғәҙә итте.
Сараһыҙҙан ғауғасы данына дусар пациенттар
Тулыраҡ: Сараһыҙҙан ғауғасы данына дусар пациенттар