Өфө мәктәптәре янында урынлашҡан киберттәрҙең береһендә тәмәке һаталар. 15-се Федераль закондың 19 статьяһына ярашлы, белем биреү учреждениелары эргәһендә тәмәке һатыу ҡәтғи тыйыла. Тик был магазин хужалары ҡанунға ҡул һелтәп ҡарай. Өфөнөң Зәйнулла Рәсүлев урамындағы был магазин мәктәптән яҡынса 60 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Уҡыусылар тәнәфес һайын тәм-том артынан тап ошо сауҙа үҙәгенә йүгерә. Тик был магазинда аҙыҡ-түлектән тыш шулай уҡ тәмәке лә һатыла. Законды боҙоу осрағы теркәлгәс, йәмәғәт эшмәкәре Руслан Бәҙретдинов полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Шулай ҙа магазин вәкилдәре үҙ ғәйебен танымай. Киренһенсә, аҡланырға тырыша. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре билдәләүенсә, Башҡортостанда быйыл ғына тиҫтәнән ашыу законды боҙоу осрағы теркәлгән. 15-се Федераль закондың 19 статьяһына ярашлы, белем биреү учреждениялары янында тәмәке һатыу ҡәтғи тыйыла. Уларҙың араһы 100 метрҙан ашыу булырға тейеш. Әгәр ҙә законды боҙоу осраҡтары теркәлә икән һәр гражданин полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә ала. Ә был магазин вәкилдәре иһә хәҙер хоҡуҡ һайлау органдары алдында яуап бирәсәк.
Йәштәрҙе ағыулаған өсөн ниндәй яза ҡаралған?
Тулыраҡ: Йәштәрҙе ағыулаған өсөн ниндәй яза ҡаралған?