Пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип ҡасан булыр?

Тулыраҡ: Пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип ҡасан булыр?

Өфөлә пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләүгә һанаулы ғына көндәр ҡала. Ул арала башҡалала тап пассажир автобустары ҡатнашлығында авариялар теркәлә. Юл-транспорт фажиғәләрендә кешеләр йәрәхәттәр алыуға ҡарамаҫтан, автобус водителдәре аҡса артынан ҡыуып именлек ҡағиҙәләрен бар тип тә белмәй. Ул ғына түгел, водителдәрҙең пассажирҙар алдында үҙ-ара һуғышып киткән осраҡтары ла бихисап. Ҡала халҡы был тәртипһеҙлек ҡасан бөтәсәк, тигән ғәҙел һорау бирә. Республика буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пассажирҙар ташыу менән Өфөлә 5 мең автобус шөғөлләнә, уларҙың тик 2 мең 400-е генә теркәлеү үтеп транспорт картаһы алған. Йәғни, ҡалғандары законһыҙ эшләй. Йәмәғәт транспорты эшмәкәрлегенә республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Ҡала хакимиәте 1 декабргә тиклем мәсьәләне хәл итергә тейеш.