Табиптан тикшерел

Тулыраҡ: Табиптан тикшерел

Республиканың медицина-генетика үҙәгендә айырым йүнәлеш буйынса эшләүсе табиптар пациенттарҙы ҡабул итә башланы. 35 йәшен саҡ тултырған, ике бала әсәһе Альмира Ғәрифуллина ярты йыл элек инсульт кисерә. Нәҫелдә бындай сиргә дусар булыусылар юҡ, ти ул. Шуға ла табиптар ҡатынды медицина-генетика үҙәгендәге неврологта тикшертеү өсөн йүнәлтмә бирә. Бында белгестәр кеше генетикаһын өйрәнеп төрлө ауырыуҙарҙан дауа эҙләй. Әлеге ваҡытта үҙәктә невролог, онколог, кардиолог һәм гемотолог ҡабул итә. Киләсәктә үҙәктә заманса технологиялар менән йыһазландырылған биш лаборотория асылыуы күҙаллана. Унда генетик тикшереү эштәре лә башҡарыласаҡ. Молекуляр генетика алымдарын индереү республикала һәр пациенттың генетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып дауалау мөмкинлеген бирә. Үҙәк нәҫел, онкология һәм социаль ауырыуҙарҙы молекуляр-генетика алымдары ярҙамында иҫкәртергә, дауалау алымдарын билдәләргә киң мөмкинлектәр аса.Үҙәктә элек генетик яҡтан тик йөклө ҡатындар ғына тикшерелһә, быйылдан алып үҙ һаулығын тикшерергә теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн бары тик участка терапевтынан юллама алыу ҙа етә.