Ни өсөн Өфөлә поликлиникалар етмәй?

Тулыраҡ: Ни өсөн Өфөлә поликлиникалар етмәй?

Өфө ҡала хакимиәте торлаҡ йорттар төҙөүселәрҙе мәктәп, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар төҙөүгә йәлеп итеүе ихтимал. Хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов төҙөүселәр ғәмәлдәге инвестиция килешеүҙәре сиктәрендә был бурысты үҙҙәренә алыуы мөмкин, тип белдерҙе. Баш ҡаланың яңы социаль объекттарға ихтыяжы ҙур. Мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе-заманса диагностика үҙәктәре төҙөү. Был план 2012-2014 йылдарҙа ҡаланың һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен көйләү өлкәһендә вәкәләттәре һәм дәүләт функциялары булмағанда уҡ әҙерләнгәйне. Әммә улар шул көйө планда ғына ҡалды. Хәҙер инде шул планға кире ҡайтырға тәҡдим ителә. Өфөлә поликлиникалар етмәү һәм социаль инфраструктура төҙөү кәрәклеге тураһында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдергәйне.