Баварияла һайлауҙа Ангела Меркель блогына ингән христиан-социаль берлек 1950 йылдан иң насар һөҙөмтә күрһәтте. Фирҡә беренсе урында ҡалһа ла, төбәк парламентында күпселекте юғалтты һәм министрҙар кабинеты ағзаларын үҙаллы билдәләй алмаясаҡ. Христин-социаль союз килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн “Ирекле һайлаусылар” берекмәһе менән коалицияға инергә ниәтләй. Бавария ландтагына тәүге тапҡыр миграция сәйәсәтен ҡәтғиләштереүҙе талап иткән “Германия өсөн альтернатива” партияһы үткән.
Францияның Од департаментын һыу баҫыу сәбәпле кәм тигәндә 13 кеше һәләк булған. Ике кеше хәбәрһеҙ юғалған. 8 мең йорт утһыҙ ҡалған, тип хәбәр ителә. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә 700 янғын һүндереүсе һәм ҡотҡарыусылар йәлеп ителгән.
Волгоград өлкәһендә иҫерек водитель 100 метр самаһы полиция хеҙмәткәрен һөйрәтеп алып барған. Патруль машиналары Лада машинаһын ҡыуа төшә. Юлды ҡаплағас, ҡағиҙә боҙоусы туҡтай. Инспектор ишек аша асҡысты алам тигәндә генә водитель газға баҫа һәм 100 метр тирәһе полиция хеҙмәткәрен һөйрәтеп алып бара. Водителгә ҡарата административ эш ҡуҙғатылған.
Германия полицияһы Кельнда бер ҡатынды аманатҡа алған ирҙе тотҡан. Дарыуханала талашҡандан һуң енәйәтсе ҡатынды аманатҡа ала. Үлтереү менән ҡурҡыта. Полиция вокзал биләмәһен ҡамауға алып енәйәтсене яралаған һәм ҡатынды азат иткән.
Футбол фристайлерҙары Киран Браун һәм Джон Фарнворт 3 мең метр бейеклектә туп менән уйнау оҫталығын күрһәткән. Экстремалдар һауа шарында һауаға күтәрелгән, арҡан ярҙамында унан бер нисә-метр түбәнгә төшөп бер нисә трюк башҡарған.