Ваҡытында генерал-полковник Чечняла Берләштерелгән федераль ғәскәрҙәр төркөмөнә етәкселек итә. 95-сы йылда Грозныйҙа уға һөжүм ойошторола, террорсылар машинаһын шартлата. Бәхеткә күрә, данлыҡлы генерал иҫән ҡала. Әммә, дауаланыу сәбәпле ул тантанаға ҡайта алманы. Был видеокадрҙарҙа Башҡортостандан сыҡҡан генерал-полковник Анатолий Романов. Ул 90-сы йылдарҙа Чечен аҡһаҡалдары менән осраша һәм хәрби хәрәкәттәрҙе тыныс юл менән хәл итергә тырыша. Хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, беренсе кампания барышында Анатолий Романов ҡурҡмайынса таулы райондарға бара һәм боевиктар менән осрашып, ҡорал һалырға әйҙәй. Әммә, был кемгәлер оҡшамай. Анатолий Романов ғүмере өсөн иң яҡшы табиптар көрәшә. Бәхеткә ул тере ҡала, әммә, дауаханала дауаланыуын дауам итә. Генерал-полковникты фалиж һуға, 23 йыл тормош иптәше уның янынан китмәй. Бәләбәй районынан сыҡҡан Рәсәй геройына 70 йәш тулыу айҡанлы бында ҙур тантаналар үтә. Ҡаланың мәҙәниәт йортонда хәрбиҙәр һәм сәнғәт коллективтары сығыш яһаны. Фойела Анатолий Романовтың тормошона арналған күргәҙмә эшләне. Ошонда уҡ, генерал-полковниктың тормошона арналған китаптың исем туйы үтте. Сара йәш быуын араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар араһынан да Анатолий Романов кеүек хәрбиҙәр сығыр, үҙ эшен яратҡан белгестәр тыуған иленә хеҙмәт итер, тип ышана ойоштороусылар. Генерал-полковник Анатолий Романов йәштәр өсөн өлгө булып тора. Ул 90-сы йылдарҙа Чечен республикаһында тыныслыҡ урынлаштырыуға күп көсөн һала. Әле лә яҡташтары данлыҡлы генералдың исемен онотмай, китабын сығарҙы, мәҙәни саралар ойошторола, күргәҙмәләр үтә.
Бәләбәй районында Анатолий Романовтың 70 йәшлек юбилейы билдәләнде
Тулыраҡ: Бәләбәй районында Анатолий Романовтың 70 йәшлек юбилейы билдәләнде