Өфө районында йәшәүсе Гладковтар ғаиләһе оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы опекунға алыу законына таянып яңғыҙ ҡалған элекке уҡытыусыһын опекунға алған. Оло кешеләргә ярҙам итеү маҡсаты менән эшләнелгән проект ярҙамында республикала 92 ғаилә барлыҡҡа килгән. Евгения Гладкова һәм уның элекке уҡытыусыһы өсөн был фотоальбом онотоломаҫлыҡ хәтирәләр һаҡлай. Уны 1985 йылда уҡытыусы булып эшләгән Любовь Сергеевнаға бүләк иткәндәр. Был альбомда белем усағында ойошторолған сараларҙа төшкән фотоһүрәттәр, шиғырҙар тупланған. Любовь Сергеевна үҙе мәктәптә уҡып йөрөгән саҡта уҡ уҡытыусы булырға хыяллана. Балаларға белем биреп кенә түгел, ә икенсе әсәй ҙә була белергә кәрәк, ти ул. Ғүмер буйы бер һөнәрҙә тоғро булып хеҙмәт иткән Любовь Сергеевна әле лә уҡыусылары менән араһын өҙмәй. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һикһән йәшендә яңғыҙы тороп ҡалған уҡытыусыһын Гладковтар ғаиләһе оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы опекунға алыу законына таянып бергә йәшәргә ала. Хәҙер иһә ул йәш ғаилә өсөн өлгөлө уҡытыусы ғына түгел, ә әсәй ҙә, өләсәй ҙә. Электән тығыҙ бәйләнештә булған ғаиләләр инде бер йыл иңгә-иң терәшеп ғүмер итә. Яңғыҙ ҡалыусы ололарҙы тәрбиәгә алыу законы 2017 йылда сыҡҡан. Әйткәндәй, ҡанун буйынса бер ғаилә өстән артыҡ оло йә иһә инвалид кешене опекунға ала алмай. Шулай уҡ Асҡын, Нефтекама һәм Ауырғазы райондарында йәшәүсе ғаиләләр ҙә законға таянып оло кешеләрҙе тәрбиәгә алған. Бының өсөн ни бары кәрәкле документтар ғына йыйырға талап ителә.Яңы проект ярҙамында оло кешеләр ғаилә генә түгел, ә күңел һәм йән тыныслығы ла таба. Киләһе йылдарҙа ла был проект сиктәрен үҫтерергә күҙаллана.
Уҡытыусыны ҡарауға алған
Тулыраҡ: Уҡытыусыны ҡарауға алған