Салауат ҡалаһында инвалидтар юлһыҙ интегә

Тулыраҡ: Салауат ҡалаһында инвалидтар юлһыҙ интегә

Салауат ҡалаһының Спутник биҫтәһендә йәшәүсе халыҡ дүрт йыл юл мәсьәләһен хәл итә алмай. Асыҡланыуынса, яңы урамда күп балалы һәм инвалид тәрбиәләнгән ғаиләләргә ер бүленеп бирелә, ә юл һалыу күҙ уңында тотолмай. Инвалидтарҙың күбеһе коляскала булыу сәбәпле, урамда йөрөй ҙә алмай. Ә ҡала хакимиәте вәкилдәре иһә халыҡҡа юлды үҙҙәренә рәтләргә тәҡдим иткән.

Роза Скачкованың ҡыҙына инвалид.Уға айырым тәрбиә һәм иғтибар талап ителә. Әммә урамдағы юлдың насар булыуы арҡаһында инвалид коляскаһы ғына түгел, ә башҡа кешеләр ҙә йөрөй алмай ыҙа сигә.

Спутник биҫтәһендәге яңы урамда күп балалы һәм инвалид тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкалары бирелгән. Мохтаждарға был бер яҡтан шатлыҡ булһа, икенсенән улар дүрт йыл инде юл һалдырыу өсөн көрәшә. Йылдар буйына хәл ителмәгән мәсьәлә арҡаһында күптәре бирелгән урындан күсеп китергә мәжбүр булған. Юл мәсьәләһен хәл итергә тырышҡан халыҡ урындағы хакимиәт вәкилдәренә мөрәжәғәт итеүҙән файҙа юҡ, тип белдерә.

Әйткәндәй, улар ғинуар айында судты ла еңеп сыға. Суд ҡарары буйынса, ярты йыл эсендә ҡала хакимиәте яңы урамға юл һалырға бурыслы ине. Әммә ҡарарҙы теүәл үтәр урынға, сентябрь айында тап ошо урамдағы ерҙең өҫкө ҡатламын ауыр техника ярҙамында аҡтарып китәләр. Бер ай буйына халыҡ йәнә ҡала хакимиәте тупһаһын тапай. Тик боҙолған юлды ташландыҡ кирбестәр менән ҡаплайҙар, ә йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡты халыҡтың үҙҙәренә эшләргә тәҡдим итәләр. Әммә, бында йәшәүселәр әйтеүенсә, беҙҙең ижади төркөм килеүҙәрен ишеткәс тә, иртән үк юл һалыусылар эш күрһәтеп маташҡан.

Урындағы халыҡтың әллә күпме мөрәжәғәт итеүҙәренән һуң, махсус техника ярҙамында ҡомташ һалалар. Әммә бындай юлдан ҡоро көндә генә үтерлек, ямғыр яуһа, машина ғына түгел, ә бер кем дә йөрөй алмаясаҡ, тип ҡурҡа улар. Юлдың яртыһы әҙерәк кенә булһа ла ҡапланды, ләкин кешеләр был эштең туҡталыуынан ҡурҡа. Яңы урамда, күбеһенсә, инвалид балалар йәшәй.

Юлдың булмауы арҡаһында был биҫтәгә тиҙ ярҙам машинаһы ла үтә алмаясаҡ. Ҡала хакимиәт вәкилдәре юлды ваҡытлыса ремонтларға вәғәҙә итте. Бер аҙна эсендә яңы урамда ваҡытлыса юл буласаҡ, тип ышандырҙы. Ә бына юлға тулы ремонт эшләр өсөн экспертиза икенсе йылда ғына үткәреләсәк. Тикшереү үткәс кенә, капиталь ремонт эшләнәсәк. Урындағы халыҡҡа хәҙер ҡала хакимиәте вәкилдәре биргән вәғәҙәне ышанып көтөргә генә ҡала.