Өфөнөң үҙәгендә йәшәгән әсәләргә табиптарға күренеү өсөн бәләкәй сабыйҙары менән алыҫ араға йөрөгә тура килә. Ә яңы төҙөлгән микрорайондарҙа поликлиникалар бөтөнләй юҡ.
Бер йәше тулған һәр балаға мотлаҡ медицина тикшереүнеүе үтергә кәрәк. Шуға йәш әсә Зилә Авзалова йәшәгән урыны буйынса Өфөнөң 6-сы балалар поликлиникаһына ҡыҙын алып килде. Тик медицина учреждениеһында ремонт барыуы асыҡлана. Шуға табиптарҙы башҡа поликлиникаларға күсергәндәр.Кәм тигәндә баланы 8 белгескә күрһәтергә кәрәк. Ә поликлиникала тик педиатр ғына ҡабул итә. Башҡаларына эләгер өсөн ҡаланың төрлө тарафтарына барырға тура киләсәк.
Йәдкәровтар ғаиләһе лә ошо уҡ поликлиникаға беркетелгән. Бер айлыҡ Рамзанға ла медицина тикшеренеүе үткәрер өсөн улар бөтә ғаилә менән ҡала үҙәгенән Затон биҫтәһенә йыйына. Ике өлкән балаһын ҡалдырырға кеше юҡ, ә тормош иптәше әсәгә ярҙамлашыр өсөн бөтөнләй эшенән һорап киткән. Ҡала үҙәгендә табиптар юҡ, ә поликлиникалар — ҡала ситендә. Кузнецов затонында йәшәүселәр ҙә медицина ярҙамы артынан алыҫтағы поликлиникаларға йөрөргә мәжбүр. Яңы микрорайонда ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сыҡҡан, ә медицина учреждениелары юҡ. Әлбиәттә, барыһы ла бер юлы була алмай, әммә мөһим социаль объекттар ваҡытында төҙөлһөн ине, ти урындағы халыҡ.
Әйтергә кәрәк, районда башлыса күп балалы ғаиләләр һәм өлкән йәштәгеләр йәшәй. Айырым ҡатлам граждандарға тәғәйенләнгән йорттар ҙа бар. Медицина учреждениеларына һәм белгестәргә ҡытлыҡ проблемаһы менән Паралимпия чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов та яҡшы таныш. Балалары менән дауаханаға мөрәжәғәт иткәндә һыу буйы оҙонлоғо сираттар һәм унда яңы тыуған сабыйҙарҙың да булыуы уны борсоуға һала. Депутат әйтеүенсә, ун мең кешегә кәмендә 12 терапевт-педиатр булырға тейеш. Бының өсөн яңы медицина учреждениеларын төҙөргә, ә туҡтап ҡалғандарын яңынан тергеҙергә кәрәк
. Өфөлә поликлиникалар етмәү һәм социаль инфраструктура төҙөү кәрәклеге тураһында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдергәйне. Өфө ҡала хакимиәте был мәсьәләне тиҙ арала ыңғай хәл итеү ысулын тәҡдим итте. Йорттар төҙөүселәр мәктәп, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар төҙөүгә йәлеп ителеүе ихтимал. Йәғни, төҙөүселәр ғәмәлдәге инвестиция килешеүҙәре сиктәрендә был бурысты үҙҙәренә алыуы мөмкин, тип белдерҙе.