Яҡын арала республикала “Транспорт картаһы” булдырыла

Тулыраҡ: Яҡын арала республикала “Транспорт картаһы” булдырыла

Һаҡ булығыҙ, Өфө урамдарында легаль булмаған автобустар. Уларҙың 42 проценты пассажирҙарҙы ҡанунһыҙ хеҙмәтләндерә. Йәғни, 1 мең 300 автобус рейсҡа бер ниндәй рөхсәтһеҙ сыға. Тап улар оҙон аҡса артынан ҡыуып башҡала юлдарында хәүеф тыуҙыра ла инде. Яҡын арала республикала “Транспорт картаһы” булдырыла. Йәмәғәт транспорты тулыһынса уның буйынса эшләр, тип көтөлә. Башҡортостанда пассажирҙар ташыу менән ҡанунһыҙ шөғөлләнеү эшмәкәрлегенә Радий Хәбиров ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Республика етәксеһе тиҙ арала транспортмәсьәләһен хәл итергә ҡушты.