Зубово ҡасабаһында яҙғы ташҡындан зыян күреүселәр ғәйеплеләрҙе хөкүмгә тарттырырға талап итә. Апрель айында Бәрҫеүән йылғаһы ярҙарынан сығып йөҙгә яҡын йортто һыу баҫҡайны. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, ташҡындың сәбәбе бер — законһыҙ төҙөлгән күпер. Тик Зубово ауылы хакимиәте лә, башҡа органдар ҙа был мәсьәләгә иғтибар итмәҫкә иырыша. Был кадрҙар 12 апрель Зубово ҡасабаһында төшөрөлә. Бәрҫеүән йылғаһы ярҙарынан сығып бер-нисә тиҫтә йортто һыу баҫа. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡты эвакуацияларға тура килә. Ауыл халҡы билдәләүенсә, ташҡындың сәбәбе — законһыҙ төҙөлгән күпер. Ялан урамынан бер-нисә саҡырым алыҫлыҡта шәхси эшҡыуар законһыҙ күпер төҙөй. Быға Зубово ауылы хакимиәте лә, махсус органдар ҙа рөхсәт бирмәй. Зубово ауылы хакимиәте башлығы урынбаҫары иһә күрешеп был һорау буйынса аңлатма биреүҙән баш тартты. Ни бары телефон аша ғына аңлатырға ҡыйыулығы етте. Зыян күреүселәр апрель айынан алып бөгөнгәсә тиҫтәләгән органдарга мөрөжәғәт иткән. Тик әлегә бер органда ыңғай яуап ҡайтармаған. Ташҡында зыян күреүселәр һүҙҙәренсә, күперҙе төҙөгәндә йылғаның йүнәлешен үҙгәрткәндәр. Тик был фактор бер түрәне лә борсомай.Урындағы халыҡ әйтеүенсә, тап ошо күпер арҡаһында Зубово ҡасабаһын һыу баҫа. Һөҙөмтәлә 50-нән ашыу йорт һыу аҫтында ҡала. Зыян күләме яҡынса 1 миллион һумдан ашыу. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ауылды һыу баҫыуҙа күперҙең ғәйебе булыуы ихтимал, ти. Тик ентекләп махсус тикшереүҙәр үткәрер өсөн беҙҙең аҡсабыҙ юҡ, тип белдерә. Ҡыҙғанысҡа, законһыҙ күпер төҙөүсе Владимир Батурин менән осрашып булманы. Шулай ҙа зыян күреүселәр ҡасандыр булһа ла ғәҙеллек еңер тигән өмөтөн өҙмәй.
Ташҡындың сәбәбе бер - законһыҙ төҙөлгән күпер
Тулыраҡ: Ташҡындың сәбәбе бер - законһыҙ төҙөлгән күпер