Депутат билдәһе

Тулыраҡ: Депутат билдәһе

Беҙҙең телеканал Псков өлкәһендә Басср-ҙың юғары советы депутаты Олег Красавиндың йондоҙо табылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙың улына тапшырылырға тейеш ине. Әммә, значок бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай музейына бүләк ителде. Ни өсөн ғаилә ҡомартҡыһы туғандарына барып етмәне. Олег Красавин 23 йәшендә БАССР-ҙың юғары советына депутат итеп һайлана. Беренсе саҡырылыш депутаттарына бронзанан ҡойолған значоктар таратыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Олег Николаевич тәүгеләрҙән булып хеҙмәткә алына һәм Стәрлетамаҡта ойошторолған 170-се уҡсылар дивизияһына эләгә. Дивизия данлыҡлы юл үтә. Уның яугирҙарының күпселеге Псков ерендә башын һала. Олег Красавиндың депутат тураһындағы значогы һәм портупея өлөшө тап бында табыла. Уға Рыбаково ауылынан Александр Червонцев тигән кеше юлыға һәм туғандарын эҙләп табырға ҡарар итә. Урындағы эҙәрмәндәр Башҡортостандан коллегалары менән бәйләнешкә сыға. Стәрлетамаҡтың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм БДУ филиалы белгестәре Псков өлкәһенә барып значок һәм портупеяны ала. Улар Олег Красавиндың улы ҡайҙан йәшәгәнен дә асыҡлай. Белгестәр Череповец ҡалаһына юлланғанда Валерий Красавин вафат була. Ул атаһынан ҡалған ҡомартҡыны ни бары 4 көндән күрә алыр ине. Башҡортостан эҙәрмәндәре Олег Красавиндың значогын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай музейына тапшырҙы. Парламент вәкилдәре билдәләүенсә, ул ҡиммәтле ҡомартҡы булып тора. Сөнки, музейҙа беренсе саҡырылыш депутаттарының значоктары юҡ. Череповец ҡалаһында Башҡортостан эҙәрмәндәре Олег Красавиндың яҡындары менән аралаша. Улар БАССР-ҙың юғары советы депутаты тураһында фотоальбом да тапшыра. Фотоальбомды Олег Красавиндың ҡатыны 1938 йылда йыя башлай. Оҙаҡ йылдар дауамында унда бай материал туплана. Хәҙер, был ҡомартҡыны һәм депутат значогын ҡарап, белгестәр үҙ тарихыбыҙға ҡайта ала. Әйткәндәй, Олег Красавиндың улы Валерий Красавин атаһының значогын ғына түгел, атаһының ҡәберен дә барып күрә алмай баҡыйлыҡҡа күсте. БАССР-ҙың юғары советы депутаты Белоруссияла ерләнгән.