Ул салырға тип килтерелгән атты күҙ йәштәре менән ялбарып үлемдән алып ҡала. Аҡса түләп малҡайҙы һатып ала. Хәҙер инде оло йөрәкле ҡыҙ кинәйәле пландар ҡора, атты өйрәтеп төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға ниәтләй. Алты йыл дауамында ат спорты менән шөғөлләнгән Станислава күптәнге хыялын тормошҡа ашырған. Үҙемдең шәхси атым булыуы күптәнге хыялым ине, ти ҡыҙ. Ҡыҙының бындай теләген күргәс әсәһе лә ҡаршы төшмәй. Яҡындарҙан, таныштарҙан тиҙ арала бер төн эсендә 100 меңдән ашыу аҡса йыйыла. Станиславаның әсәһе әйтеүенсә, бындай көтөлмәгән хәлгә ғаилә бөтөнләй әҙер булмай. Ҡала ситендә үҙ йортонда йәшәгән өләсәйҙең утынлығын һарайға әйләндереп малды шунда бикләйҙәр. Хәҙер ҡыҙҙың көн режимы ҡырҡа үҙгәргән: көн һайын сәғәт таңғы алтыла тороп, тайҙы тәрбиәләргә, көн дауамында уны төрлө күнекмәләргә өйрәтергә тура килә.ҡушаматлы тайға әле ни бары 1,8 ай ғына.... өйөрҙән айырылғанына ла бер аҙналай ғына ваҡыт үткән.... Шуға күрә кешегә бик үк эйәләшеп тә өлгөрмәгән әле.
Буденов тоҡомло йылҡы малы әрһеҙлеге, төрлө шарттарға ла тиҙ яраҡлашыуы менән айырыла. Сабыш атының тиҙҙән төрлө ярыштарҙа еңеп, чемпион булып китеүендә лә шикләнмәй ҡыҙ.