Республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшмәкәрлегенә айырым иғтибар биреләсәк. Был хаҡта Башҡортостан етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк башлығы был вазифаға тәғәйенләнгәндән һуң тәүге тапҡыр райондарҙың социаль-иҡтисади хәле менән урында танышты. Бәләбәйҙәге балалар табыу йортона нигеҙ һалыныуға хәҙер өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Бынан өс йыл элек капиталь ремонтҡа ябылған клиниканың ишектәре һаман да бикле. Буласаҡ әсәйҙәрҙе иһә табиптар Октябрьский менән Бишбүләк, Приютовоға ғына түгел, ә хәҙер Өфөгә лә оҙатырға мәжбүр. Замана талаптарына яуап биргән дауахана тураһында Радий Хәбировтың Бәләбәйгә эш сәфәре тураһында айырым әйтелде. Радий Хәбиров Бәләбәйҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы етәкселеге алдында тағы ла бер талап ҡуя. Ул – урындағы район дауаханаһы эшмәкәрлеген көйләү. Бәләбәйгә эш сәфәре Радий Хәбиров төп иғтибарҙы социаль инфраструктураға йүнәлтте. Урындағы балалар йорто егерме сабыйға тыуған йортон алыштырған. Башҡортостан етәксеһе торлаҡ бүлмәләрҙе, ижади оҫтаханаларҙы ҡараны. Тағы ла бер мәсьәлә – етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү. Бәләбәйҙең мәғариф тармағы һәм ундағы үҙгәрештәр менән ҡыҙыҡһынып, Радий Фәрит улы ҡаланың 8-се мәктәбендә лә булды. белем усағы хәҙер тулыһынса бер сменала уҡытыуға күскән. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булған тағы ла бер обьект – ҡаланың ял паркы. Бында йәштәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн төрлө уңайлыҡтар булдырылған. Радий Фәрит улы Благовар районы хакимиәтенә урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары системаһын үҫтереү һәм был тармаҡҡа ярҙам итеү кәрәклеге тураһында иҫкәртте. Был хаҡта ул райондағы Мирный ауылындағы медицина пунты эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң бедерҙе.
Республика етәксеһе райондарҙың эшмәкәрлеге менән танышты
Тулыраҡ: Республика етәксеһе райондарҙың эшмәкәрлеге менән танышты