Стәрлетамаҡ ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары менән берлектә рейд уҙғарылды. Көндөң беренсе яртыһында уҡ туҡтатылған автобустарҙың күбеһе транспорт картаһыҙ булыуы асыҡланды. Ҡала урамдарында легаль булмаған автобустар водительдәре юл инспекторҙары туҡтатып кәрәкле документтарын һорай башлағас та, нисек тә булһа аҡланырға тырыша. Был водитель, мәҫәлән, автобусты экскурсия өсөн тәғәйенләнгән, тип белдерҙе. Автобус водительдәрен тулыһынса контрольдә тотоу маҡсаты менән республикала рейдтар уҙғарыла башланы. Ярты көн эсендә туҡтатылған автобустарҙың күбеһе легаль булмағаны асыҡланды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында тикшереү иртән үк башланды. Һәр бер водительдең кәрәкле документы ҡарала. А ҡағиҙә боҙоусыларға урында уҡ протокол яҙыла.Пассажирҙарҙы йөрөтөү өсөн автобус водительдәренең мотлаҡ транспорт картаһы булырға тейеш. Тик юл инспекторҙарының бындай документты һорарға хоҡуғы юҡ. Шуға ла хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары менән берлектә тап ошо транспорт картаһы ҡарала. Берәүҙәр бындай көтөлмәгән тикшереүгә тыныс ҡараһа, икенселәре иһә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһын күреү менән, автобустарын хатта урам уртаһында ҡалдырып ҡасырға маташа. Тәүҙә водитель белмәмешкә һалып ҡыланды. Асыҡланыуынса, уның хатта машина йөрөтөргә бөтөнләй хоҡуғы ла булмаған. Һуңғы арала Башҡортостанда пассажирҙар ташыу менән ҡанунһыҙ шөғөлләнеүселәр һаны бихисап. Был хәл тәртип һаҡлаусыларҙы ғына түгел, ә пассажирҙарҙы ла ҡәнәғәтлендермәй. Стәрлетамаҡта рейдтың уҙғарылыуын автобус водительдәре көтмәгәйне, әлбиттә. Әммә көндөң икенсе яртыһында уҡ пассажирҙарға автобусҡа ултырыу өсөн туҡталышта оҙаҡ ҡына баҫып торорға тура килде. Тап легаль булмаған автобустар ҡала урамдарында ҡыуышып хәүеф тыуҙыра ла инде. Башҡортостанда пассажирҙар ташыу менән ҡанунһыҙ шөғөлләнеү эшмәкәрлегенә Радий Хәбиров ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Республика етәксеһе тиҙ арала транспорт мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Бындай рейдтар хәҙер һәр бер ҡалала уҙғарыласаҡ.
Республикала легаль булмаған автобустар тикшерелә башланы
Тулыраҡ: Республикала легаль булмаған автобустар тикшерелә башланы