Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулды

Тулыраҡ: Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулды

Республикала уға бағышланған тантаналы саралар үтте. Башҡортостанға бөйөк шәхесте иҫкә алырға уның яҡындары, дуҫтары, ижадын һөйөүселәр йыйылды. “Ташта үҫкән гөлдәр бәйләмен” мөхәббәт менән тиңләгән Мостай Кәримгә уның ижадын һөйөүселәр үҙҙәренең хистәрен шулай уҡ гөлләмәләр менән белдерә. Халыҡ шағирының тыуған көнөндә, уның һәйкәле янында Башҡортостан ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән яҡындары, дуҫтары, уҡыусылары йыйылды. Һәр кем бөйөк шағирҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Саранан Мостай Кәримдең ҡыҙы менән ейәне лә ситтә ҡалманы. Тантанан һуң улар яҡындары һабаҡ алған юғары уҡыу йортона юлланды.Быға тиклем Мостай Кәрим фонды гранты шағирҙың ижадын өйрәнгән студенттарға ғына бирелһә, быйылдан уның исемен йөрөткән 158-се башҡорт гимназияһының алдынғы уҡыусыларына ла тапшырыласаҡ. Был бүләк һәләтле йәштәрҙе белем тауына үрләүҙәрендә тағы ла нығыраҡ дәртләндерер, тип өмөтләнә фондты ойоштороусылар. Бүләкләнеүселәр исемлегендә ун уҡыусы. Улар барыһы ла, гимназияның данын яҡлаусылар. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда халыҡ шағирына бағышланған фотокүргәҙмә лә ойошторолдо. Мостай Кәримдең тормошо, ижады фотоларҙа ғына түгел, унда яңғыраған шиғырҙарҙа ла сағылды. Ә Рус дәүләт драма театрында тамашасылар Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса ҡуйылған “Луна и листопад” исемле спектакль менән дә таныша алды. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда Мостай Кәримгә бағышланған саралар йыш үткәрелеп тора. Бигерәк тә, уның тыуған көнөндә атаһына ҡарата шундай ҙур ихтирам һәм иғтибар булыуы ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята тине, Әлфиә Мостай ҡыҙы. Киләһе йыл Мостай Кәримдең 100-йыллығын билдәләү саралары “100 тапҡыр беҙҙеке” девизы аҫтында үтәсәге лә, бөйөк шәхестең халыҡҡа яҡын, ҡәҙерле булыуын тағы ла бер тапҡыр дәллиләй.